Songtexte Өфө Йүкәләре - Гузель Уразова
Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары
Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Беҙҙең менгән аттар –
Йылдар, арғымаҡтар
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Ғүмер ике килмәй
Уттар ике һүнмәй
Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр

Attention! Feel free to leave feedback.