Гузель Уразова - Өфө Йүкәләре текст песни

Текст песни Өфө Йүкәләре - Гузель Уразова



Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары
Беҙ шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Беҙҙең менгән аттар
Йылдар, арғымаҡтар
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Ғүмер ике килмәй
Уттар ике һүнмәй
Беҙ мең янып тик бер һүнгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр



Авторы: назара наджми, рима хасанова


Гузель Уразова - Өфө йүкәләре
Альбом Өфө йүкәләре
дата релиза
01-02-2024




Внимание! Не стесняйтесь оставлять отзывы.