Гузель Уразова - Өфө Йүкәләре Lyrics

Lyrics Өфө Йүкәләре - Гузель Уразова




Йәшлек урамдары
Тулы хыялдары
Беҙ шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр
Беҙҙең менгән аттар
Йылдар, арғымаҡтар
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр
Ғүмер ике килмәй
Уттар ике һүнмәй
Беҙ мең янып тик бер һүнгәндәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр



Writer(s): назара наджми, рима хасанова



Attention! Feel free to leave feedback.
//}