CHC[КХК] - Кем һин? - ҡыҫҡа версия текст песни

Текст песни Кем һин? - ҡыҫҡа версия - CHC[КХК]




Кем һин? Шундай һорау тыуа
Ҡолаҡ һал орандарға
Кем тыйнаҡ, ә кем тәкәббер икәнен хәл ит
Кемдер тәьҫир итәлер, ә һин яһап ҡара йоғонто үҙең
Ялғандарға йомолһон күҙең, ысындарҙы ғына күрһен
Мысырға китеүҙе ҡуйырға маҡсат итеп ҡабаланма
Тыуған төйәгеңде, тамырҙарыңды иҫеңдән сығарма
Сыланғанмы керпектәрең? (Һөрт!)
Егет булһаң, егет бул
Рәхәтләнеп көл дә йылмай (һиңә бит килешә)
Һинең булһын еңел ҡул
Элеп ҡуй берәй ергә пландарыңды, тормошҡа ашыр
Белеп ҡуй: оҡшама башҡаларға, ябай юлдарҙан шыл
Хәҙерге егет кеше өсөн етмеш төрлө һөнәр күп
Һорау: ник елбәҙәклек өмөттәрҙе өҙә һуң?
Өфөлә Энтузиастар урамы булһа ла, улар әҙәйә
Ялҡауҙарға күсмә, йәнең көймәһен, булма хәлһеҙ
Ғәйбәттәр һиңә ҡағылмай
Әлбиттә, осрай аҙым һайын
Хәйләкәр түгел, аҡыллы бул
Бер ни ҙә һине ҡырын һуҡмаҫ, тип ышан
Аҫыл таштай ялтырай ҡояш күк йөҙөндә
Һәр бер эшеңдән килеп сыҡһын яҡшы һөҙөмтә
Кем булғаныңды онот, үткәнең өсөн ҡайғырма
Юлыңда тайып йығылма, был һинең бөгөнгөң
Төшмә бөгөлөп, киләсәгең ҡулыңда
Күңелең һис тә тарыҡмаһын
Был донъянан китергә һин ашыҡма
Сөнки һин бар, барыһын да үҙеңә генә ит иҫбат
Был һинең ысынбарлыҡ, үҙең яҙаһың китап




CHC[КХК] - Кем һин? (ҡыҫҡа версия) - Single
Альбом Кем һин? (ҡыҫҡа версия) - Single
дата релиза
28-12-2020




Внимание! Не стесняйтесь оставлять отзывы.
//}